Актуальное
Права
Архивы публикаций
30 окт 20:47Инклюзивный народный художественный театр / СМИ О НАС
“Софи” спектакле

“Статус” – йәш театр. Әммә улар хәҙер икенсе сәхнә әҫәре әҙерләй. Унда мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә, һау-сәләмәт кешеләр ҙә, профессиональ актерҙар ҙа һәүәҫкәрҙәр ҙә ҡатнаша.
Спектаклдәге күренештәр беҙҙең көндәрҙе сағылдыра. Ваҡиғалар Голландияла бара. Хәтерен юғалтҡан йәш ҡатын Софи хәлле генә голланд ғаиәлһенә барып эләгә. Яйға һалынған тормош, уны яртып торған ире, улы бар. Бәхет өсөн тағы ла нимә кәрәк? Әммә йәш ҡатын бәхетһеҙ. Һәм бер осрашыу уның тормошон баштүбән әйләндерә. Үткән һәм бөгөнгө араһында көрәш башлана. Төп роолдәрҙә - М. Йоспов, Р. Нафиҡов, Г. Дәүләтшина. Софи нимәне һайлар: үткәненә ҡайтырмы, әллә бөгөнгөһөн яҡыныраҡ күрерме? Был һорауға яуап үҙе үк ҡуйыусы режиссер булған һәм төп ролде лә үҙе башҡарған Гүзәл Дәүләтованың әҫәрен күргәндән һуң мәғлүм булыр. Тормошто, тормоштағы һәр яңылыҡты яратып ҡабул иткән кешегә сиктәр юҡ бит. Бик күп еңеүҙәр яулаған мөмкинлеге сикләнгән спротсы МаратЙосопов был юлы сәхнәлә үҙен тағы ла ышаныслыраҡ тотор, уның актерлыҡ һәләте нығыраҡ асылыр.
Тимәк, тамашасыға был тарихты ғына түгел, инклюзив театр актерҙарының ижади мөмкинлектәрен күреү ҙә ҡыҙыҡлы булыр.
Спектакль 18.00 сәғәттә башлана.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 17
Әйткәндәй, бында мөмкинлеге сикләнгәндәргә бар йәһәттән дә уңайлы мөхит булдырылған.
Тулыраҡ мәғлүәмт буйынса 89639020404 телефонына мөрәжәғәт итегеҙ.
“ШОҢҠАР” журналы
Гөлшат ҠаһармановаДобавить комментарий
Лента новостей
Новости Башкортостана
Рекомендуем
- “ПРЕГРАД-НЕТ!” - Региональный некоммерческий проект для людей с инвалидностью
- "Ломая барьеры" - Социальный проект
- Паралимпийский комитет России - Официальный сайт
- Disability.ru - Первый российский интернет портал для инвалидов
- INVA TV - Первый национальный социальный телеканал.
- «Перспектива» - Региональная общественная организация инвалидов
- zhit-vmeste.ru - Сайт государственной программы Российской Федерации «Доступная среда»
Скачать
- Информационно-методическое пособие "Инклюзивный театр - мои новые возможности" в помощь специалистам, работающим с инклюзивными творческими коллективами.